+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Юлдарҙа һеҙҙе видеокамералар һаҡлаясаҡ.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына иң ҙур сығымдар ҡаралған. Юлдарҙың сифаты яҡшырасаҡ, өр-яңы юлдар төҙөләсәк, һәр маршрут видеокамералар һәм видеорегистраторҙар менән йыһазландырыласаҡ. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты;

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына иң ҙур сығымдар ҡаралған. Юлдарҙың сифаты яҡшырасаҡ, өр-яңы юлдар төҙөләсәк, һәр маршрут видеокамералар һәм видеорегистраторҙар менән йыһазландырыласаҡ.
Башҡортостан юлдарында шуай уҡ авариялар күпләп теркәлгән 17 урында 430 стационар камера ҡуйыу ҡаралған. Ғөмүмән, РФ Юл һәм транспорт министрлығы киләсәктә контроль өсөн камералар ҡуйыуҙы киңерәк файҙаланырға теләй.
“Хәүефһеҙ һәм сифтлы юлдар” милли проектына ярашлы, министрлыҡ техник сараларҙы юлдарҙа урынлаштырыу методикаһын яңынан ҡарап сыҡты. Хәҙер, тәҡдимдәргә ярашлы, контроль зонаһында юл хәрәкәте ҡағиҙләрен боҙоу осрағы 80 процентҡа тиклем кәмеһә, камера икенсе урынға күсерелә, уның урынын муляж биләй. Методикаға ярашлы, камералар йылына өс һәм унан күберәк авариялар теркәлгән урында даими торасаҡ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юлдарҙа 12 мең – стационар, дүрт меңдән ашыу күсмә видеокамера эшләй. 2019 йылдың алты айында камералар ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата 52 мең ҡарар сығарылған һәм 35 млрд. һумлыҡ штраф һалынған. Был һандар камералар урынлаштырыуҙың юлдарҙағы тәртип өсөн отошло булыуы хаҡында һөйләй.
2018 йылда камералар 1,3 мең авариялар йыш осраған урындарҙы хәүефһеҙ итергә мөмкинлек биргән. Был дөйөм күрһәткестең 33 процентын тәшкил итә.
Читайте нас: