+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 08:01

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған милли проекттар ысын мәғәнәһендә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Һаулыҡ һаҡлау буйынса йылдар буйы йыйылған проблемаларҙы хәл итеүҙә илке-һалҡылыҡҡа, күҙ буяуға юл ҡуйылырға тейеш түгел. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған милли проекттар ысын мәғәнәһендә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Һаулыҡ һаҡлау буйынса йылдар буйы йыйылған проблемаларҙы хәл итеүҙә илке-һалҡылыҡҡа, күҙ буяуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, 2019 йылда һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеү өсөн 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Быйыл 376 миллион һумлыҡ 27 фельдшер-акушер пункты ишектәрен асасаҡ, киләсәктә адреслы инвестицион программаға ярашлы тағы ла 15 ФАП төҙөләсәк, 380 фельдшер пункты яңыртыласаҡ. Республикала 770 миллион һумға 3 төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, 4 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөлә.
Кәңәшмәлә Радий Хәбиров Өфөнөң иң көслө табиптарынан, БДМУ белгестәренән десант ойошторорға һәм төпкөл район-ҡалаларға сығырға кәңәш итте.
Читайте нас: