+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2019, 08:00

Владимир Путинды Европала көтәләр. Хәҙерге Европа рус телен яңынан өйрәнә.

Ошо аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Францияла һәм Финляндияла булды. Хәбәрселәр кемуҙарҙан саҡырыусы илдәрҙең Рәсәй башлығын нисек сәләмләүҙәре, ҡайҙа ҡаршылауҙары, нимә менән һыйлауҙары хаҡында яҙа. #ВладимирПутин

Ошо аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Францияла һәм Финляндияла булды. Хәбәрселәр кемуҙарҙан саҡырыусы илдәрҙең Рәсәй башлығын нисек сәләмләүҙәре, ҡайҙа ҡаршылауҙары, нимә менән һыйлауҙары хаҡында яҙа.
Оҡшашлыҡтар байтаҡ. Мәҫәлән, Франция президенты һәм Финляндия президенты Путинды ҡаршылағанда икеһе лә рус телендә сәләмләгән. Ике илдең дә башлыҡтары осрашыуҙы боронғо ҡәлғәлә ойошторған. Мәғлүм булыуынса, бындай хөрмәткә халыҡ-ара талаптарға ярашлы, иң көслө һәм иң абруйлы дәүләт башлығы ғына лайыҡ була. Бындай хөрмәт, әлбиттә, көнләшеүселәргә оҡшап та етмәгән. Әйтәйек, Украина вәкилдәре Макрондың рус телендә сәләмләүен тәнҡитләгән һәм уның шаҡтай өлкән ҡатынынан етешһеҙлектәр тапҡан.
Француздар киске аш мәлендә ирле-ҡатынлы Макрондарҙың Рәсәй Президентын нимә менән һыйлауҙарын иғлан итмәүҙе ғәмәлгә яраҡлы тип тапҡан. Ә бына финдар үҙҙәренең кулинар оҫталығын йәшереп тормаған. Сөнки киске аш өҫтәлендә королдәргә һәм батшаларға ғына тәғәйен һый-хөрмәт булған. Мәҫәлән, балыҡ, стейк, йәшелсә һәм төп ризыҡ – шарап менән соусланған түш ите. Түҙгәнгә – түш ите, ти беҙҙең халыҡ. Әлбиттә, был башҡорт мәҡәлен финдарҙың белеүе бик шикле, ләкин әлеге осраҡта бик урынлы.
2014 йылда Ҡырым үҙ ихтыяры менән Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, беҙҙең дәүләтте ситкә тибергә һәм бөлдөрөргә теләүселәр булды, ләкин уларҙың ниәттәре тормошҡа ашманы. Владмир Путиндың Францияға һәм Финляндияға йөкмәткеле сәфәрҙәре лә шуны раҫлай: Рәсәй менән Европа берләшеп хеҙмәттәшлек иткәндә генә беҙ көслө була алабыҙ.
Читайте нас: