+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2019, 10:58

Иртәгә беҙгә Төркия президенты Тайып Рәжәп Эрдоган килә. Йә, хөрмәтле Эрдоган бей, хәҙер Ҡырым ярымутрауы кемдеке инде?

Иртәгә беҙгә Төркия президенты Тайып Рәжәп Эрдоган килә. Йә, хөрмәтле Эрдоган бей, хәҙер Ҡырым ярымутрауы кемдеке инде? #ВладимирПутин

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша Төркиә башлығы Эрдоган менән оҙаҡ ҡына һөйләште. Һөйләшеү генә етмәне, күрәһең, алыҫ юлды яҡын итеп Төркиә президенты Рәсәйгә үҙе килергә булды.
Ике аҙна элек Эрдоган бей Украина президенты Владимир Зеленский менән осрашҡанда: “Ҡырым Украинаныҡы, Төркиә уның Рәсәйгә күсеүен бер ваҡытта ла танымаясаҡ”, – тип әйтеп ташлағайны.
Хәҙер ҡайҙа барһын, Эрдоган бей үҙе килеп етә һалды. Килмәй, сараһы юҡ, сөнки Сүриәлә төрөк ғәскәрҙәре бер-бер артлы уңышһыҙлыҡҡа осрай, улар ярҙам иткән фетнәселәр ҙә еңелеүгә дусар ителде. Ә Төркиә Сүриә ерендә үҙ йоғонтоһон һаҡларға, ҡордтарҙы аҡылға ултыртырға, хатта, мөмкинлектән файҙаланып, тарихи Ғосман империяһы ерҙәренең бер өлөшөн кире ҡайтарырға ла теләге юҡ түгел. Әгәр дөрөҫ булһа, һуғыш майҙанында Төркиәнең хәле шул тиклем насар, уларға сәйәси һәм гуманитар катастрофа янай.
Ә унда бөгөн Рәсәйҙән башҡа бер эш тә сығарып булмай.
Шулай булғас, Ҡырым ярымутрауы кемдеке була инде?
Читайте нас: