-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2019, 11:06

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Төҙөлгән юл сифатлы булырға тейеш!

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Төҙөлгән юл сифатлы булырға тейеш! #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

Рәсәйҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп урындарҙың береһе юл төҙөлөшөнә бүленгән. Яҡын йылдарҙа Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 33 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
Сифатлы юлдарҙы төҙөү һис тә еңел эш түгел. Бының өсөн кәрәкле техника, көслө предприятие, тәжрибәле юл оҫталары кәрәк. Әгәр махсус техника етешмәһә, сифатлы юл хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Ошо етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында яңы техника һатып алыу өсөн Башҡортостан юл фондына 500 миллион һум аҡса бүленде.
Әлеге ваҡытта республикала Өфө-Ырымбур юлын киңәйтеү һәм ремонтлау тамамлана, Стәрлетамаҡ эргәһендә дүрт һыҙатлы юл төҙөлөшө башланды.
Авариялар йыш булған урындарҙа контролде көсәйтеү өсөн
видеорегистраторҙар күпләп ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: