+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 11:43

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Яңы заман ҡуйһа яңы талаптар.

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу Рәсәй белем биреү системаһының конкуренцияға һәләтлелеген күтәрергә һәм сифат буйынса донъяның иң алдынғы ун дәүләте иҫәбенә индерергә тейеш. Был проектты ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан 784 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Ошо аҡса иҫәбенә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре яңырасаҡ, мәғрифәт йөкмәтке йәһәтенән ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу Рәсәй белем биреү системаһының конкуренцияға һәләтлелеген күтәрергә һәм сифат буйынса донъяның иң алдынғы ун дәүләте иҫәбенә индерергә тейеш. Был проектты ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан 784 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Ошо аҡса иҫәбенә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре яңырасаҡ, мәғрифәт йөкмәтке йәһәтенән ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк.
Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылдың аҙағына тиклем 17,5 млрд. һум аҡса бүленәсәк. Быйыл, мәҫәлән, 4,8 млрд. һумлыҡ эштәр башҡарыласаҡ, йәки балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөләсәк, өр-яңы заманса ҡорамалдар һатып алынасаҡ.
“Мәғариф” милли проекты үҙ эсенә һигеҙ төбәк йүнәлешен ала: “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиәләргә ярҙам”, “Һанлы мәғариф мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”.
Ошо мөһим саралар һәм йүнәлештәр Рәсәй белем биреү системаһының кимәлен
күтәрер, яңы һулыш бирер, тип көтөлә.
Читайте нас: