+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 11:28

Владимир Путин Радий Хәбиров менән осрашты. Рәсәй Президенты Салауат ҡалаһын ни өсөн онотмаған?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты ҡабул итте һәм осрашыу ваҡытында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләрен ҡараны. Республика бөгөн иҡтисади йәһәттән үҫешкән төбәктәр рәтендә урын биләй. Быға дәлил – былтырғы осор менән сағыштырғанда, сәнәғәт үҫеше йыл башынан 104,5 процент, төҙөлөш тармағы – 109 процент, ауыл хужалығы – 100 процент тәшкил иткән. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты ҡабул итте һәм осрашыу ваҡытында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләрен ҡараны. Республика бөгөн иҡтисади йәһәттән үҫешкән төбәктәр рәтендә урын биләй. Быға дәлил – былтырғы осор менән сағыштырғанда, сәнәғәт үҫеше йыл башынан 104,5 процент, төҙөлөш тармағы – 109 процент, ауыл хужалығы – 100 процент тәшкил иткән.
Шуның һөҙөмтәһендә уртаса эш хаҡы ла арта һәм тәүге ярты йыллыҡта 35400 һумға еткән.
Рәсәй Президенты республикала демография мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды һәм балалар араһында үлем осраҡтарының уртаса Рәсәй кимәленән юғары булыуы айҡанлы борсолоу белдерҙе. Был мәсьәләгә ҡарата Радий Хәбиров төбәк етәкселеге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн барыһын да эшләй, тип аңлатты.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан иҡтисады тотороҡло эшләй, проблемалар урындарҙа хәл ителә, яңы етештереү предприятиелары асыла, эшһеҙҙәр һаны кәмей, уның кимәле бөгөн 4,3 процент тәшкил итә.
“Беҙ төп капиталға 113,6 процент инвестициялар кимәленә сыҡтыҡ. Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ үҫешә, был йәһәттән эш ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһиме – инвестициялар күләмен арттырыу”, – тине Рәсәй Президентына Радий Хәбиров.
Владимир Путин инвестициялар йәлеп итеү буйынса төбәк етәкселеге эшмәкәрлеген хупланы.
Радий Хәбиров Башҡортостанға күрһәтелгән ярҙам өсөн Рәсәй Президентына рәхмәт әйтте. Бөгөн республика алдында тағы ла өс ҡалаға социаль-иҡтисади йәһәттән йылдам үҫешеүсе биләмә статусы биреү мәсьәләһе тора. Хәҙер республикала шундай биш биләмә иҫәпләнә. Быға тиклем Башҡортостанда айырым иҡтисади биләмә булмаған. Был йәһәттән республика Рәсәй Хөкүмәте ярҙамына таяна. Радий Хәбиров Салауат, Ишембай ҡалалары һәм “Газпром”дың “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы нигеҙендә айырым иҡтисади биләмә асыу хаҡында һөйләне.
Салауат ҡалаһы хаҡында һүҙ сыҡҡас, Рәсәй Президенты үҙенең йәшлеген иҫкә төшөрҙө, дзюдо менән шөғөлләнгәндә ҡалаға ярыштарға килгән икән. “Ярышҡа барғайныҡ, ҡалала нефть еҫе аңҡып торғанын хәтерләйем”, – тине Рәсәй Президенты. Путин Салауат ҡалаһында бик яҡшы дзюдо мәктәбе барлығын, көслө ярыштар үткәрелеүен онотмаған. “Владимир Владимирович, беҙҙең республикала көрәш ныҡ үҫешкән. Бик күңелле хәбәр, 2021 йылда көрәш буйынса Халыҡ-ара федерация үҫмерҙәр араһында грек-рим, ирекле көрәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса донъя ярыштары үткәрергә ҡарар итте”, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: