Рәсәй, мәғлүм булыуынса, донъяла иң күп ҡорал етештереүселәрҙең береһе. Беҙҙең ҡорал оҫталары АҠШ-тан ҡала, икенсе урынды ышаныслы биләй.
Рәсәй Президенты менән Төркиә башлығының күргәҙмә ҡаҙаныштары менән танышырға теләүе һис тә осраҡлы түгел. Төркиә Рәсәйҙән С-400 ракета комплекстарын һатып алғандан һуң, АҠШ уларға F-55 самолёттарын һатыуҙан баш тартты, пилоттарын ҡайтарып ебәрҙе.
Эрдоган Төркиәнең оборона һәләтен артабан күтәрергә теләй, ә бының өсөн уға самолёттар етешмәй. Күргәҙмәнең төп экспонаттарының береһе – Су-57 менән ҡыҙыҡһыныуын Эрдоган асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Су-57-гә һоҡланмау мөмкин түгел, АҠШ самолеттары унан күпкә ҡайтыш, беҙҙең самолёт сифатлы һәм арзан, тиҙлеге сәғәтенә 2600 км.-ға етә.
Рәсәй башлығы менән Төркиә лидеры үҙ-ара һөйләшеү ваҡытында Сүриәләге хәлдәрҙе тикшерҙе һәм уртаҡ фекергә килде: илдә һуғыш туҡтатылырға, Сүриәнең территориаль берҙәмлеге һаҡланырға, тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса һөйләшеүҙәр дауам итергә тейеш.