0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 08:02

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Әллә мәҙәниәткә лә сират еттеме?

Берәүгә лә сер түгел, әүәл-әүәлдән, ғүмер баҡый мәҙәниәт тармағы беҙҙә ҡалдыҡ принцибы, йәғни, артып ҡалған аҡса иҫәбенә генә йәшәне. Үҙегеҙ беләһегеҙ, аҡса бик артмай. Артһа ла, бик аҙ ғына, мәҙәниәт усаҡтарын йылытырлыҡ, арлы-бирле эш хаҡы түләрлек. Барлыҡ Рәсәйҙе бөлдөргән Ельцин да идара итеүенең тәүге йылдарында уҡ: “Мәҙәниәт көтөп торор!” – тип екерҙе.

Хәҙер Рәсәйҙә мәҙәниәттең кәрәклеген беләләр. Белмәһәләр, 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 113 млрд. һум аҡса бүлмәҫтәр ине. Был проекттарҙа Башҡортостандың да өлөшө бар – ун миллиард һум. Ошо аҡса иҫәбенә мәҙәниәт йорттарын яңыртыу, ремонтлау ҡаралған, бынан тыш, 27 яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, 52 бина ремонтлаясаҡтар. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, төбәктә бындай күләмдәге эштәр тәүге тапҡыр ойошторола.
Шулай уҡ мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы нығынасаҡ, яңы музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ, ауыл ерендәге музыка мәктәптәре филиалдарына иғтибар артасаҡ.
Читайте нас: