+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 08:01

Путин Эрдоганды туңдырма менән һыйлаған. Ә Төркиә лидерына самолет оҡшаған.

Беҙ кисә Путин менән Эрдогандың “МАКС”-та “Су-57” истребителе менән танышыуҙарын яҙғайныҡ инде. Төрөк президентына самолёт оҡшаған, хатта Төркиәгә ошондай самолеттар етештереүҙә ярҙам итеү хаҡында ла һүҙ булған. Әлбиттә, Ҡара диңгеҙ аша беҙҙең күршебеҙ бындай самолёттар етештереү хаҡында күптән хыяллана.

Владимир Путин күргәҙмәлә үҙенең ғәҙәттәренә тоғро икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫлаған. Былтыр ул туңдырма һатып алып ашаған икән. Быйыл да һатып алған, хатта Эрдоганды ла һыйлаған.
Мәскәү гәзиттәре хәбәрселәре 2017 йылда ла, былтыр ҙа, быйыл да йылда туңдырманы бер үк ханым һатыуын асыҡлаған. Тик хәбәрселәр ханымдың ниндәй дәрәжәлә булыуын белә алмаған.
Фото: Алексей Никольский / ТАСС
#ВладимирПутин
Читайте нас: