+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2019, 12:29

Бүреләр һөжүм итәме, әллә эттәр уларҙы ашаймы? Беҙҙең тормош өсөн хәҙер бүреләр генә ҡалмағайны.

Ошо аҙнала мәғлүмәт саралары бүреләргә һунармәсьәләһен күтәреп сыҡты. Тик аңлашылмай, әллә бүреләр эттәргә һөжүм иткән,әллә бүреләрҙе эттәр тотоп ашаған. Хәҙер ауыл һайын көтөү-көтөү һунарсыларйөрөй, республика буйлап туплаһаң, бер нисә ғәскәр сығыр. Шуға, бүреләрҙең ауылэргәһендә эттәрҙе иркенләп тотоп ашауын ысынға ҡабул итеүе бик ауыр. Ҡара әле,быға тиклем бесәйҙәрҙе ҡырып бөткәндәр, сысҡандар үрсеп киткән, хәҙер эттәргәйәбешкәндәр. Сиратта беҙ, йәғни, кешеләр түгелме икән?

Ошо аҙнала мәғлүмәт саралары бүреләргә һунар мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Тик аңлашылмай, әллә бүреләр эттәргә һөжүм иткән, әллә бүреләрҙе эттәр тотоп ашаған. Хәҙер ауыл һайын көтөү-көтөү һунарсылар йөрөй, республика буйлап туплаһаң, бер нисә ғәскәр сығыр. Шуға, бүреләрҙең ауыл эргәһендә эттәрҙе иркенләп тотоп ашауын ысынға ҡабул итеүе бик ауыр. Ҡара әле, быға тиклем бесәйҙәрҙе ҡырып бөткәндәр, сысҡандар үрсеп киткән, хәҙер эттәргә йәбешкәндәр. Сиратта беҙ, йәғни, кешеләр түгелме икән?
Ә мәсьәләгә ысынлап күҙ һалһаң, төбәктә бүреләргә һунар мәсьәләһе киҫкен тора. Сөнки бүрегә ҡаршы һәр һунарсы бара алмай, был – ҡурҡыныс шөғөл иң тәжрибәле, ҡоралланған, ҡаргиҙәре булған аусы ҡулынан ғына килә. Һунар кәрәк-яраҡтары магазинына инеп ҡарағыҙ, яһауҙар ни хаҡ тора?! Ҡаргиҙәр бензинһыҙ йөрөмәй, яғыулыҡ хаҡы күпмегә төшә?! Бүре ҡуян түгел, йыртҡыс артынан аҙналар буйы йөрөргә тура килә.
Элек бүре аулаусылар ауылдың иң абруйлы кешеләре булған, уларҙы маҡтағандар, бүре алған һайын, бүләктәр, мотлаҡ һарыҡ бүләк иткәндәр. Хәҙер һарыҡтар ҙа юҡ, бүре аулаусылар ҙа...
Ә инде бесәйҙәрҙе, аҙаҡ эттәрҙе ашап бөткән йыртҡыстар хаҡындағы хәбәрҙәрҙе 2020 йылда республикабыҙҙа үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек, хис-тойғоға бай халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының заманса өлгөләре сифатында ҡабул итәйек. Бүре аулаусы һунарсыларға килгәндә, улар барыбер ярҙамға һәм дәртләндереүгә мохтаж.
Ә был хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: