+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2019, 08:00

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Әҙерләнегеҙ, ағас ултыртыу миҙгеле яҡыная.

Башҡортостан йәшелләндереү һәм ағас ултыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республика урмансылары “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 380 миллион ағас үҫентеһе әҙерләйәсәк һәм ултыртасаҡ. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Башҡортостан йәшелләндереү һәм ағас ултыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республика урмансылары “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 380 миллион ағас үҫентеһе әҙерләйәсәк һәм ултыртасаҡ.
Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, хәҙер урмандарҙы янғындан һаҡлау мәсьәләһе киҫкен тора. Ошо маҡсатта янғындарҙы һүндереү техникаһы һатып алыу өсөн 2024 йылға тиклем федераль ҡаҙнанан икемиллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Республикала “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 160 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Әле Урман хужалығы министрлығының предприятиеларында көҙгө ағас ултыртыу миҙгеленә әҙерлек ҡыҙыу бара. Беҙҙең урмансыларҙың маҡсаты билдәле – һәр гектар ҡырҡылған ағас урынына алмашҡа бер гектар ағас ултыртыласаҡ.
Читайте нас: