-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 11:45

Радий Хәбиров һүҙендә тора белә. Һүҙгә тоғролоҡҡа халыҡтың өйрәнеүе кәрәк.

Радий Хәбиров һүҙендә тора белә. Һүҙгә тоғролоҡҡа халыҡтың өйрәнеүе кәрәк. Ай башынан “Бәхетле сәғәт” программаһы эшләй башланы. Ул бик уңайлы, мәҫәлән, Өфөлә “Алға” транспорт картаһы ярҙамында алтмыш минут эсендә бер нисә йәмәғәт транспортын бушлай файҙаланырға мөмкин. Оҙаҡламай ошо ысул менән трамвай, троллейбус һәм шәхси ташыусыларҙың транспорты менән дә йөрөү мәсьәләһе ҡарала.

Ай башынан “Бәхетле сәғәт” программаһы эшләй башланы. Ул бик уңайлы, мәҫәлән, Өфөлә “Алға” транспорт картаһы ярҙамында алтмыш минут эсендә бер нисә йәмәғәт транспортын бушлай файҙаланырға мөмкин. Оҙаҡламай ошо ысул менән трамвай, троллейбус һәм шәхси ташыусыларҙың транспорты менән дә йөрөү мәсьәләһе ҡарала.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров вәғәҙәләренең тағы бер пункты – Башҡортостандың барлыҡ административ үҙәктәрен Өфө менән тоташтырыу ҙа – тормошҡа ашырыла. Хәҙер кешеләр Өфөгә юлланыу өсөн, йөрәктәрен усҡа йомарлап, шәхси машинала ашҡынмай, баш ҡалаға өр-яңы автобуста, уңайлы шарттарҙа барып етә. Өҫтәп ҡуяйыҡ, юлдарҙың сифаты ла күҙгә күренеп яҡшыра.
Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ, халыҡ өсөн эшләнһә, ышанмай, һис юғы икеләнеп ҡабул итәбеҙ. Яңыса йәшәргә өйрәнәйек, йәмәғәт! Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Радий Хәбиров өсөн ваҡ-төйәк юҡ. Ул һәр бер эшкә дәртләнеп тотона. Сөнки һәр ғәмәл халыҡ файҙаһына йүнәлтелгән. Республика етәксеһе үҙе лә “Бәйленештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә: “Халыҡ, әгәр улар өсөн файҙалы эштәр башҡарыла икән, быға мөмкин тиклем тиҙерәк ғәжәпләнеүҙән туҡтаһын ине”, – тип яҙған.
Ә был хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: