-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 07:45

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Яңыса эшләргә өйрәнегеҙ, ярҙамға һанлы иҡтисад килә.

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр.Яңыса эшләргә өйрәнегеҙ, ярҙамға һанлы иҡтисад килә. “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу Рәсәй өсөн мөһим талаптарҙың береһе булып тора. Һанлы иҡтисадты социаль әһәмиәттәге объекттарҙа киңерәк файҙаланыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм дөйөм коммуникациялар министрлығы тарафынан Интернетҡа тоташтырыу буйынса аукцион үткәрелде һәм унда еңеүсе итеп “Башинформсвязь” акционерҙар йәмғиәте танылды...#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

“Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу Рәсәй өсөн мөһим талаптарҙың береһе булып тора. Һанлы иҡтисадты социаль әһәмиәттәге объекттарҙа киңерәк файҙаланыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм дөйөм коммуникациялар министрлығы тарафынан Интернетҡа тоташтырыу буйынса аукцион үткәрелде һәм унда еңеүсе итеп “Башинформсвязь” акционерҙар йәмғиәте танылды.
2019-2021 йылдарҙа, контрактҡа ярашлы, Башҡортостанда 2774 социаль объект Интернатҡа тоташтырыласаҡ. Шулай уҡ 800 фельдшер-акушер пункты менән сымһыҙ технология буйынса бәйләнеш урынлаштырыласаҡ. Федераль программаға ярашлы, 2019-2021 йылдарҙа бынан тыш ике меңдән артығыраҡ объект сымлы һәм сымһыҙ бәйләнештәр технологияһы ярҙамында эшләйәсәк.
Һанлы технология киләсәктә белем биреү ойошмаларын да урап үтмәйәсәк, Интернетҡа тоташтырылған учреждениелар һаны 1200-ҙән артыҡ буласаҡ.
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин билдәләүенсә, социаль әһәмиәттәге объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уҡыу йорттарын, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын, янғын һүндереү частарын юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу эште ойошторорға, үҙ-ара мәғлүмәт алышырға ярҙам итәсәк.
“Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу федераль ҡаҙна иҫәбенә үтәләсәк, бының өсөн Башҡортостанға 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән.
Читайте нас в