Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһе губернаторының матбуғат секретары Ирина Алашкевичҡа ҡарата ҡәтғи, ләкин ғәҙел баһа биргәйне. Ошондай хәлдән һуң самаһын юғалтҡан чиновник вазифаһын ҡалдырырға тейеш һымаҡ ине. Көндөң тәүге яртыһында чиновник биләгән вазифаһынан ситләтелгән тигән йөкмәткеле хәбәр күренеп ҡалды. Аҙаҡ “Ирина Алашкевич сираттағы отпускыла” тигән мәғлүмәт өҫтөнлөк итте.
Рәсәй Президенты матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков: “Хеҙмәткәр вазифаһынан ситләтелгән, был хәбәрҙе губернатор раҫланы”, – тип әйтте.
Әлеге ваҡытта өлкә губернаторы Хакимиәтендә мундир сафлығы өсөн һиҙелер-һиҙелмәҫ көрәш дауам итә. Хатта матбуғат сәркәтибенең халыҡты “алкаштар”, “әтрәгәләмдәр”, “берәҙәктәр” тип әйткән һүҙҙәрен монтажлағандар, тигән мәғлүмәт тә бар. Матбуғат сәркәтибенең һүҙҙәре ишетелгән аудио-яҙманы экспертиза тикшерәсәк. Был йәһәттән низағ дауам итә.
Ошо мәсьәләгә ҡарата һеҙҙең фекерегеҙ нисек? Ни өсөн юғары вазифалы түрәләр самаһын онотоп ҡуя?