+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 10:29

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Халыҡ һаулыҡ һаҡлауҙың яҡшырыуын көтә.

Милли проект – бурыстар һәм эштәр.Халыҡ һаулыҡ һаҡлауҙың яҡшырыуын көтә.Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы етди һәм ғәҙел тәнҡиткә дусар булды. Иҫке дауаханалар, үткән быуаттан ҡалған йыһаздар менән кешеләрҙе дауалап булмай. Юғары квалификациялы кадрҙарҙың етешмәүе үҙе бер бәлә.#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы етди һәм ғәҙел тәнҡиткә дусар булды. Иҫке дауаханалар, үткән быуаттан ҡалған йыһаздар менән кешеләрҙе дауалап булмай. Юғары квалификациялы кадрҙарҙың етешмәүе үҙе бер бәлә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән 16,4 млрд. һум Башҡортостанда тармаҡтағы пробемаларҙы хәл итергә тейеш. Был сығымдар медицина ярҙамын яҡшыртыу, ауылдарҙа элек ябылған ФАП-тарҙы яңынан асыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, балалар үлемен кәметеү, поликлиникаларҙы һәм дауаханаларҙы заманса үҙгәртеп ҡороу өсөн йүнәлтеләсәк.
Иң эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе булһа ла, Салауат ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етешһеҙлектәр байтаҡ. Шуларҙы төҙәтеү маҡсатында быйыл ғына байтаҡ эштәр башҡарылды. Әле бында ҡала дауаханаһы эргәһендә яңы хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырыу өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 400 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Өр-яңы йыһаздар менән тәьмин ителгән хирургия корпусы киләһе йылға эшләй башлаясаҡ. Ҡалала башҡа объекттар ҙа төҙөү күҙ уңында тотола.
Читайте нас: