+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 11:13

Владивостокта V Көнсығыш иҡтисади форумы эшләй. Владимир Путин “алйоттарҙы” барланы.

Владивостокта V Көнсығыш иҡтисади форумы эшләй. Владимир Путин “алйоттарҙы” барланы. Иҡтисади форумдың пленар ултырышында Яҡутстандың хәҙерге башлығы Айсен Николаев: “Был төбәкте һалым ташламалары һәм бюджет аҡсалары һурып ятҡан файҙаһыҙ, буш урын тип баһалағайнылар”, – тип сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Владимир Путин шунда уҡ, ҡайһы алйоттар шулай тип раҫлауҙарын белмәүен әйтте. Һуңынан асыҡланыуынса, ундай һүҙ булған, ләкин сирек быуат самаһы элек. #ВладимирПутин

Иҡтисади форумдың пленар ултырышында Яҡутстандың хәҙерге башлығы Айсен Николаев: “Был төбәкте һалым ташламалары һәм бюджет аҡсалары һурып ятҡан файҙаһыҙ, буш урын тип баһалағайнылар”, – тип сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Владимир Путин шунда уҡ, ҡайһы алйоттар шулай тип раҫлауҙарын белмәүен әйтте. Һуңынан асыҡланыуынса, ундай һүҙ булған, ләкин сирек быуат самаһы элек.
Ә асылда Алыҫ Көнсығыштың иҡтисади һәм сәйәси мөмкинлектәре асылып бөтмәгән әле. Сөнки бөгөн сәскә атыусы Ҡытай, Япония, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәр күләгәһендә Рәсәйҙең был төбәге башҡарған эштәр күҙгә күренер-күренмәҫ кенә. Владивостокта ойошторолған V Көнсығыш иҡтисади форумы ошо яҡҡа инвестициялар йәлеп итеү, уның ылыҡтырғыслығын күтәреү, бында йәшәгән рәсәйлеләрҙең һанын арттырыуға йүнәлтелгән.
Ә бында мөмкинлектәр ҙур. Путин менән осрашыуға Һиндостан премьер-министры Моди килеп етте. Һиндостан менән дуҫлыҡ беҙгә бик файҙалы. Бөгөн Рәсәй ҡорал етештереүселәре был илдең 14,5 миллиард долларлыҡ заказын үтәй.
Бөгөн Владивостокка Владимир Путин менән осрашыу өсөн Япония премьер-министры Синдзо Абэ килеп етергә тейеш. Япондарҙың был яҡта үҙ мәнфәғәте, улар хеҙмәттәшлек итергә лә, бер нисә утрауҙы кире ҡайтарырға ла теләй. Бының да үҙ сәбәбе бар, Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамаланыуға 74 йыл ваҡыт үтте, тәүҙә СССР, аҙаҡ Рәсәй менән Япония араһындағы тыныслыҡ хаҡындағы килешеү әле булһа төҙөлмәгән. Япония премьер-министры тарихҡа ошо килешеүҙе, ниһайәт, төҙөгән, хатта бер нисә утрауҙы кире ҡайтарыуға өлгәшкән лидер сифатында инеп ҡалырға теләй.
Күреп тораһығыҙ, Алыҫ Көнсығыш һис тә буш тормай, унда мөһим мәсьәләләр хәл ителә.
Читайте нас: