+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 11:07

Етәү берәүгә ҡаршымы? Дәғүәселәр үҙҙәрен күрһәтте.

Етәү берәүгә ҡаршымы? Дәғүәселәр үҙҙәрен күрһәтте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелгән “Антидебаттар” ошо форматта тәүге тапҡыр тәҡдим ителде. Һигеҙ дәғүәсене бер майҙанға туплаған ток-шоуҙа тамашасылар барыһын да күрҙе һәм үҙенсә һығымта яһағандыр, тип уйларға нигеҙ бар. Иң төп үҙенсәлек шунда, ғәҙәттә, төп кандидат бындай һүҙ ярыштарына, көтөлмәгән фашлауҙарға ҡоролған шоуҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Йәнәһе, уның рейтингы былай ҙа юғары, етмәһә, Рәсәй Президенты үҙе хупланы, вазифа башҡарыусының һүҙ көрәштереүҙән башҡа ла эше етерлек, һ.б...

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелгән “Антидебаттар” ошо форматта тәүге тапҡыр тәҡдим ителде. Һигеҙ дәғүәсене бер майҙанға туплаған ток-шоуҙа тамашасылар барыһын да күрҙе һәм үҙенсә һығымта яһағандыр, тип уйларға нигеҙ бар. Иң төп үҙенсәлек шунда, ғәҙәттә, төп кандидат бындай һүҙ ярыштарына, көтөлмәгән фашлауҙарға ҡоролған шоуҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Йәнәһе, уның рейтингы былай ҙа юғары, етмәһә, Рәсәй Президенты үҙе хупланы, вазифа башҡарыусының һүҙ көрәштереүҙән башҡа ла эше етерлек, һ.б.
Радий Хәбировты конкуренттары сәмләндереп ебәрҙе һәм бер аҙна ҡала ул дебаттарҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уның көтөлмәгән аҙымы дәғүәселәрҙе юғалып ҡалырға мәжбүр итте. Рәфис Ҡадиров урындан, төрлө саҡырыуҙар ташлап, дебаттарҙы баҙар низағына әйләндерергә тырышһа ла, башҡалар көслө һәм түҙемле булып сыҡты. Ғөмүмән алғанда, тәүге осрашыу, хәйер, һуңғыһы ла, беҙгә ҡалһа, шаҡтай ҡыҙыҡлы тәьҫорат ҡалдырҙы. Беҙ бындай көндәшлеккә яңы өйрәнәбеҙ, кемдең кем икәнлеген беләбеҙ, дәғүәселәргә ҡарата фекер туплайбыҙ.
Дәғүәселәрҙең күпселеге үҙҙәрен ифрат әҙәпле тотто. Әҙәпле булмаһалар, бәлки, Рәфис Ҡадировтан 90-сы йылдар башында “Восток” чек инвестиция фонды аша пенсионерҙарҙың миллионға яҡын ваучерын эләктереп, уларҙы ҡайҙа һеңдереүе хаҡында һорарҙар ине. Дәғүәсе үҙе лә бындай әсе һорауҙы көткәйне, хатта ул һатып алған 640 предприятие хаҡында һөйләй ҙә башлағайны, еңел генә итеп һүҙен көндәштәрен ғәйепләүгә бороп ебәрҙе. Хәйер, был юғалған ваучерҙар, бөлдөрөлгән банк хаҡында халыҡ үҙе лә онотоп бөткәйне, шикелле. Эх, иң ҡыҙығын ишетмәй ҡалдыҡ. Ҡадировтың үҙен тупаҫ һәм агрессив тотоуының сәбәбе ошо уңайһыҙ һорауҙарҙы көтөүҙән булманымы икән?
Радий Хәбировҡа һорауҙар күп булды. Шулай ҙа ул барыһына ла теүәл һәм аныҡ яуаптар бирҙе. Бының сәбәбе шунда, республика етәксеһе байтаҡ ыңғай башланғыстарға нигеҙ һалды, халыҡ уға ышаныс менән ҡарай, унан хатта мөмкин булмағанды көтә, ә ул үҙенең алдында торған бурыстарҙы яҡшы аңлай. Бурыстар һәм хәл итәһе мәсьәләләр һис тә еңел түгел, көслө, эшкә һәләтле Хөкүмәт кәрәк. Һайлау – бер көнлөк эш, үтә лә китә, артабан йәшәргә һәм эшләргә кәрәк. Тик яуаплылыҡ яңы Башлыҡҡа ғына түгел, барыбыҙға ла төшәсәк, сөнки уны беҙ һайланыҡ, тимәк, бергә эшләйәсәкбеҙ.
Фото: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: