-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 06:00

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Маҡсат – балалар баҡсаларына сиратты кәметеү.

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Маҡсат – балалар баҡсаларына сиратты кәметеү. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә демография мәсьәләһе киҫкен проблемаларҙың береһенә әйләнде. Шуның төп сәбәптәренең береһе – балалар баҡсаларында урын етмәй. “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар күп балалы ғаиләләргә ярҙам, яңы балалар баҡсаларын төҙөү, льготалы ипотека һәм башҡа мөһим сараларҙы үҙ эсенә ала. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә демография мәсьәләһе киҫкен проблемаларҙың береһенә әйләнде. Шуның төп сәбәптәренең береһе – балалар баҡсаларында урын етмәй. “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар күп балалы ғаиләләргә ярҙам, яңы балалар баҡсаларын төҙөү, льготалы ипотека һәм башҡа мөһим сараларҙы үҙ эсенә ала.
Ике йыл эсендә Өфө ҡалаһында ғына ике тиҫтәнән ашыу балалар баҡсалары төҙөләсәк, иҫкеләренә реконструкция үткәреләсәк. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Саҡмағош, Өфө райондарында һәм Бәләбәй, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында заманса балалар баҡсалары сафҡа индереүгә әҙерләнә.
Пландар һәм маҡсаттар ҙур, ләкин улар үтәлерлек. 2020 йылдың аҙағына
тиклем Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөү өсөн “Демография” милли проекты
сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Ошо объекттар сафҡа ингәндән
һуң балалар баҡсаларына сират аҙмы-күпме тотороҡланыр һәм кәмер тип көтөлә.
Читайте нас: