Һайлауҙа ҡатнашырға теләүселәр һанын арттырыр өсөн төрлө алымдар файҙаланыла. Әгәр законға ҡаршы килмәһә, барыһы ла рөхсәт ителә. Мәҫәлән, мин һайлап сыҡҡас та, Өфө ҡалаһының барлыҡ магазиндарында, хеҙмәт күрһәтеү пункттарында, туҡланыу, күңел асыу биналарында түләүле хеҙмәттәргә шаҡтай ташламалар тәҡдим иттеләр.
бәләкәй генә сере бар: һеҙ һайлауға бөгөн көндөҙгө икегә тиклем килеп,
тауышығыҙҙы бирергә тейешһегеҙ. Әлбиттә, кем өсөн тауыш биреүегеҙ мөһим түгел,
тауыш биргән һәр кеше махсус купондар беләҙеге һәм ошо купонды файҙаланыу өсөн
тәғәйенләнгән сауҙа нөктәләре. Ҙур ғына ҡағыҙ битенә ике яғын тултырып,
ташламаларҙы ҡайҙа файҙаланырға икәнлеге яҙылған. Тик бының өсөн күҙлек кейергә
кәрәк булыр, айырыуса өлкән йәштәгеләргә. Сөнки хәрефтәре ваҡ, ә бына
ташламалары шаҡтай ҙур ғына.