-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 12:29

Һайлауға барҙығыҙмы әле? Башҡортса бюллетень һорарға онотмағыҙ!

Һайлауға барҙығыҙмы әле? Башҡортса бюллетень һорарға онотмағыҙ! Өфө урамдарында йәкшәмбегә һис тә оҡшамаған йәнлелек. Һайлау участкалары иртәнге етелә асылды, байтаҡ кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә өлгөрҙө. Өфө ҡалаһының иҫке өлөшөндә, Зенцов һәм Чернышевский урамдары сатында урынлашҡан мәктәптә йәнлелек урамдан уҡ башлана.

Өфө урамдарында йәкшәмбегә һис тә оҡшамаған йәнлелек. Һайлау участкалары иртәнге етелә асылды, байтаҡ кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә өлгөрҙө. Өфө ҡалаһының иҫке өлөшөндә, Зенцов һәм Чернышевский урамдары сатында урынлашҡан мәктәптә йәнлелек урамдан уҡ башлана.
Машиналар бөгөн күберәк, урам ҡапҡаһынан бюллетендәр өләшә торған ергә барып еткәнсе ун бишләп кеше осраны. Өс-дүрт полиция хеҙмәткәренең тороуын иҫәпкә алһаҡ, бөгөн бында тәртип булырға тейеш. Һайлаусыларҙы алфавит буйынса хеҙмәтләндерәләр икән. Фамилиямды әйтеп, паспортымды биреүгә, бюллетенде лә тотторҙолар. Бәй, быныһы русса икән, башҡортсаһы юҡмы ни? Өҫтәлдең теге башына: “Башҡортса бюллетень килтерегеҙ”, – тип өндәштеләр. Күҙ алдымда һис бер бәхәсһеҙ гражданлыҡ бурысым еренә еткереп үтәлде. Урамға сыҡҡас, тағы шуға иғтибар иттем, кешеләр һайлау участкаһы урынлашҡан мәктәпкә ыңғайлай ине.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас в