+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 12:48

Һайлауға нисек барып етергә? Транспорттың хеҙмәтләндереүе һеҙгә оҡшаймы?

Һайлауға нисек барып етергә? Транспорттың хеҙмәтләндереүе һеҙгә оҡшаймы? Элек-электән күҙәткәнем бар, беҙҙең халыҡ һайлауҙарға һис тә битараф түгел. Мин, мәҫәлән, 7-лә тауыш биргәндән һуң һайлау барышын эш урынында күҙәтәм. Ҡалала йәшәүселәрҙең бер өлөшө, мәҫәлән, Черниковкала йәшәй, ә Октябрь проспектында теркәлгән, был осраҡта һайлаусыларға алдан уҡ үҙенең ҡайҙа һайлауын хәстәрләргә тура киләсәк. Әгәр ваҡытында ғариза бирһәгеҙ, теләгән һайлау участкаһында һайлай алаһығыҙ. Ә һайлау урынына барып етеү өсөн транспорттың нисек йөрөүен иҫәпкә алыуға килгәндә...

Элек-электән күҙәткәнем бар, беҙҙең халыҡ һайлауҙарға һис тә битараф түгел. Мин, мәҫәлән, 7-лә тауыш биргәндән һуң һайлау барышын эш урынында күҙәтәм. Ҡалала йәшәүселәрҙең бер өлөшө, мәҫәлән, Черниковкала йәшәй, ә Октябрь проспектында теркәлгән, был осраҡта һайлаусыларға алдан уҡ үҙенең ҡайҙа һайлауын хәстәрләргә тура киләсәк. Әгәр ваҡытында ғариза бирһәгеҙ, теләгән һайлау участкаһында һайлай алаһығыҙ. Ә һайлау урынына барып етеү өсөн транспорттың нисек йөрөүен иҫәпкә алыуға килгәндә...
Һис тә насар түгел, шикелле. Автобустар геүләп йөрөп тора, туҡталыштарҙа ла кешеләр күренә. Әлбиттә, шәхси ҡулдарҙағы транспорт әҙерәк күренә. Улар аҡса иҫәпләп өйрәнгән, һайлау мәшәҡәттәренә бик ҡолаҡ һалмауҙары ла бик ихтимал. Ә былай Пушкин, Ленин урамы, Октябрь проспекттарын үткәндән һуң үҙәк урамдарҙа кешеләрҙе ташыу шаҡтай яҡшы ойошторолған, тип таптыҡ.
Һайлауҙар беҙҙә байрам һымаҡ үтә. Урамдар матур, таҙартылған, көҙгө сәскәләр юл ситтәрен биҙәп кенә ҡалмай, күңелде лә күтәрә. Ә өр-яңы автобустар ҡаланың һәр бер нөктәһенә алып барып еткерә. Еткермәҫлек түгел, һуңғы айҙарҙа ғына Өфө ҡалаһы өсөн Хөкүмәт тарафынан 400-гә яҡын өр-яңы уңайлы автобустар һатып алынды.
Читайте нас: