-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 17:47

Элекке һайлауҙарҙан яҡшыраҡ күрһәткес. Һайлауҙарҙың иң ҡыҙған сағы.

Элекке һайлауҙарҙан яҡшыраҡ күрһәткес. Һайлауҙарҙың иң ҡыҙған сағы. Башҡортостанда һайлауҙарҙың иң ҡыҙған ваҡыты етте, тиҙәр күҙәтеүселәр. “Crown Plaza” ҡунаҡханаһында урынлашҡан матбуғат үҙәгендә кеше артҡандан-арта. Бында хәбәрселәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Һайлауға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала бөтә донъя буйлап таратып ебәрергә мөмкин. Хәбәрселәр нимәләр хаҡында яҙа һуң?

Башҡортостанда һайлауҙарҙың иң ҡыҙған ваҡыты етте, тиҙәр күҙәтеүселәр. “Crown Plaza” ҡунаҡханаһында урынлашҡан матбуғат үҙәгендә кеше артҡандан-арта. Бында хәбәрселәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Һайлауға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала бөтә донъя буйлап таратып ебәрергә мөмкин. Хәбәрселәр нимәләр хаҡында яҙа һуң?
Уларҙы иң тәүге сиратта һайлаусыларҙың ҡатнашыу иҫәбе ҡыҙыҡһындыра. Ҡатнашыу һис тә насар түгел. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, көндөҙгө сәғәт 12-гә 760 мең самаһы һайлаусы үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән, йәки ҡатнашыу кимәле 26 процент самаһы тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн, үткән һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар иҫәбе 25 проценттан артмаған.
Ҡайһы бер райондарҙа әүҙемлектең юғары булыуы һиҙелә. Һайлаусыларҙың 40 проценты самаһы тауыш биргән райондар күренә. Ҡайһы бер бәләкәй ауылдарҙа һайлау хоҡуғы булғандарҙың 60 процентҡа тиклеме тауыш биреп өлгөргән.
Һайлау участкаларында төштән һуң сираттар күренә башланы. Һайлаусыларҙың бер өлөшө баҡсаларҙан өйҙәренә ҡайта, йәки юл ыңғай тауыш бирә һала.
Матбуғат үҙәгендә бер-бер артлы Башлыҡ вазифаһына дәғүәселәр хәбәрселәр менән осраша һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирә.
Рәйеф Баҙыҡов фотоһы.
Читайте нас в