Өфөнөң “Crown Plaza” ҡунаҡханаһында матбуғат үҙәге асылды. Башҡортостандағы бөтөн федераль хәбәрселәр ҙә ошонда эшләй, сәғәт һайын брифинг үткәреләсәк, тип белдерҙе ойоштороусылар. Хәбәрселәр үҙ-ара әңгәмәләшеп, үҙенә күрә бер тотализатор һымаҡ уйын асып ебәрҙеләр, еңеүселдәрҙе тос ҡына бүләктәр көтә.
Тотализаторҙа һайлауҙарҙа нисә процент халыҡ ҡатнашасаҡ, еңеүсе нисә процент менән еңеп сығасаҡ, шул һандар көнүҙәк булып тора. Тәүге матбуғат конференцияларында Мәскәүҙән Рәсәй Президенты эргәһендәге Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет етәксеһе Михаил Федотов, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты.
Бөтә тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар хаҡында ҡалаларҙан һәм райондарҙан хәбәрҙәр Башҡортостан республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына килә, һандарға ҡарап, фекер тупларға һәм һығымта яһарға мөмкин. Әле тәүге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, күпселек ҡалаларҙа һәм райондарҙа һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар 20-30 процентҡа тиклем тауыш биргән.
Матбуғат үҙәге төнгө 2-гә тиклем эшләйәсәк.