-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 11:03

Мәскәү һәм Киев мөнәсәбәттәренең яҡшырыуына өмөт бар. Путин менән Макрон Украина хаҡында кәңәшләште.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Франция президенты Эммануэль Макрон телефон аша Украиналағы һуңғы хәлдәр хаҡында фекер алышты. Һуңғы аҙнала Рәсәй менән Украина араһында хәрби әсирҙәрҙе үҙ-ара алышыу артабан мөмкин булған килешеүҙәргә юл аса.

Норманд форматы сиктәрендә Рәсәй-Украина-Германия-Франция вәкилдәренең күптән осрашҡаны юҡ. Хәйер, быға тиклем осрашыу һәм һөйләшеү өсөн ихтыяж да булманы. Сөнки Рәсәй яғынан һәр бер тәҡдим Украинаның элекке хакимиәте яғынан нигеҙһеҙ кире ҡағыуға дусар ителде.
Бынан тыш 7 сентябрҙә Владимир Путин менән Владимир Зеленскийҙың телефон аша һөйләшеүе мәғлүм булды. Ике президент һөйләшеүҙәрҙе артабан дауам итеү хаҡында килешкән.
Читайте нас в