Милли проекттарға ҡағылышлы ниәттәр нисек тормошҡа ашырыла, ошо хаҡта даими мәғлүмәттәр биреп барабыҙ. Оҙайлы һәм ауыр үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Рәсәй иҡтисады үҫеш осорона аяҡ баҫа. Бындай шарттарҙа ил алдына ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйыу һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итеү еңелдән түгел.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгәнсә, милли проекттарҙы ысынбарлыҡҡа әүерелдереү халыҡ тормошон яҡшыртыуға килтерергә, тик был эштәр шыма отчёттарҙа түгел, ғәмәлдә булырға тейеш.Рәсәй иҡтисады яҡындағы биш-алты йылда 28 триллион һумдан артыҡ сығымдарҙы милли проекттарҙы ҡаралған эштәрҙе хәл итеүгә йүнәлтәсәк.
Эксперттар билдәләүенсә, был мөһим проекттар Рәсәй кимәлендә шаҡтай уңышлы тормошҡа ашырыла. Шулай ҙа төҙөлөш эштәренә конкурстар ойоштороу, ойошмаларҙы һайлап алыу, проект-смета эштәрен яйға һалыуҙа тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал.
Башҡортостанға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 175 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленәсәк. Әлегә демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, экология, автомобиль юлдары, мәҙәниәт тармаҡтарына бүленгән аҡса законға ярашлы файҙаланыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡса тик маҡсатлы ғына файҙаланылырға тейеш.
Рәсәй мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, төбәктәрҙә дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡсаларҙы урларға тырышыуҙың тәүге осраҡтары теркәлгән, хатта хөкөм ителгән чиновниктар бар.