Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 09:52

Рәсәй Президенты “Газпром” етәксеһе менән осрашты. Ҡышын быйыл да газға ҡытлыҡ булмаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Газпром”акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Алексей Миллер менән даими осрашып тора.Донъялағы иң ҙур газ сығарыусы һәм һатыусы дәүләт ҡарамағындағы компанияетәксеһенең дәүләт башлығына еткерер һүҙҙәре күп. Миллер Владимир Путинды алдаторған ҡышҡа әҙерлек, яңы газ трассалары һуҙыу, донъя кимәлендә газ һатыубарышы менән таныштырҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Газпром” акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Алексей Миллер менән даими осрашып тора. Донъялағы иң ҙур газ сығарыусы һәм һатыусы дәүләт ҡарамағындағы компания етәксеһенең дәүләт башлығына еткерер һүҙҙәре күп. Миллер Владимир Путинды алда торған ҡышҡа әҙерлек, яңы газ трассалары һуҙыу, донъя кимәлендә газ һатыу барышы менән таныштырҙы.
Дәүләт башлығын Рәсәй кимәлендә газ үткәргес торбалар һалыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Әгәр эштәр былай барһа, яҡын йылдарҙа Рәсәйҙә газ ҡулланыусылар һаны ныҡлы артасаҡ.
Былтыр ҡыш йылы килеү сәбәпле, “Газпром” Европа илдәренә зәңгәр яғыуыҡты аҙыраҡ һатҡан, шул сәбәпле, килем дә бер аҙ кәмегән. Ҙур булмаған юғалтыуҙар Көнсығыш Азия илдәренә газ һатыуҙы арттырыу иҫәбенә ҡапланасаҡ.
Владимир Путин “Газпром” етәксеһенә Красноярск һәм Иркутск өлкәләрендәге газ ятҡылыҡтарынан сеймалды Монголия аша Ҡытайға һатыу мәсьәләһен өйрәнергә һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Рәсәйгә газ һатыу баҙарын Азия илдәренән эҙләмәйенсә, сара юҡ. Сөнки Европаға АҠШ ныҡлы баҫым яһай, Рәсәй газынан баш тартырға саҡыра. Ошондай тотороҡһоҙлоҡ шарттарында Рәсәйгә башҡа баҙарҙарҙа һатып алыусылар эҙләргә тура килә. Мәҫәлән, АҠШ шыйыҡландырылған тәбиғи газды Польшаға һатыу тураһында килешеү төҙөнө, ә поляктар ошо газды Украинаға һатып, табыш алырға теләй. Ә Украина бөгөнгө көнгә тиклем Рәсәйҙең газ һатыу буйынса иң эре транзитёры һәм, шул уҡ ваҡытта, үкенескә ҡаршы, иң ышанысһыҙ партнёры.
Шулай ҙа хафаланырға урын юҡ һымаҡ. Рәсәй газына донъя баҙарында һәр ваҡыт ихтыяж буласаҡ. Владимир Путин әйтмешләй, ҡыш яҡынайһа, беҙҙең газ менән йылынырға теләүселәр күбәйә лә китә.
#ВладимирПутин
Читайте нас в