+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 11:13

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Һөнәр алыштырырға бер ваҡытта ла һуң түгел.

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Һөнәр алыштырырға бер ваҡытта ла һуң түгел. Әлеге мәлдә республика йөҙҙән артыҡ профессия вәкиленә мохтажлыҡ кисерә. Яҡындағы алты йылда йыл һайын 1500 эшсе яңы һөнәр үҙләштерәсәк. Был һандар әлегә ҙур түгел, әгәр ихтыяж булһа, махсус курстарҙа белем алыусылар һаны артасаҡ. Йыл һайын пенсияға тиклемге хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм өйрәтеү өсөн 108 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған... #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Башҡортостанда “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 34,4 млрд һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо сығымдарға ярашлы, төбәк предприятиелары һәм ойошмалары пенсия йәшенә тиклемге хеҙмәткәрҙәрен яңы һөнәргә өйрәтеү өсөн субсидиялар алыуға дәғүә итә ала. Был курстарҙа уҡытыу өлкән йәштәгеләрҙе яңы һөнәргә өйрәтеү, тормош сифатын яҡшыртыу, социаль көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында эшләнә.
Яҡындағы алты йылда йыл һайын 1500 эшсе яңы һөнәр үҙләштерәсәк. Был һандар әлегә ҙур түгел, әгәр ихтыяж булһа, махсус курстарҙа белем алыусылар һаны артасаҡ. Йыл һайын пенсияға тиклемге хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм өйрәтеү өсөн 108 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Уҡытҡанда пенсионерҙың теләге, ниндәй һөнәргә ҡытлыҡ булыуы иҫәпкә алына. Әлеге мәлдә республика йөҙҙән артыҡ профессия вәкиленә мохтажлыҡ кисерә. Мәҫәлән, бөгөндән электр-газ менән йәбештереүсе, токарь, төҙөүсе, кондитер-икмәк бешереүсе, кондуктор, диспетчер, кассир, йәшелсә һәм еләк-емеш үҫтереүсе һәм башҡалар кәрәк.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан әйтеүҙәренсә, һәр хеҙмәткәрҙе уҡытыу 68,5 мең һумға төшәсәк. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ошо министрлыҡҡа йүнәлтә алаһығыҙ.
Читайте нас: