-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 11:15

Владимир Путин Герман Грефты ҡабул итте. “Һаҡлыҡ банкы” Иркутск өлкәһендә ҡазаға тарығандарға ярҙам итергә әҙер.

Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән аҙнала Иркутск өлкәһендә булған саҡта “Һаҡлыҡ банкы”ның ҡазаға тарығандарға ярҙам итмәүе сәбәпле, ғәжәпләнеү белдергәйне. Президент Алыҫ Көнсығышта форумда ҡатнашып, Кремлгә ҡайтып өлгөрмәне, банктың президенты Герман Греф бәләгә ҡалғандар араһында булырға, тос ҡына ярҙам күрһәтергә, мәғлүмәт саралары аша үҙ файҙаһына кампания асып ебәрҙе. Үҙен аҡламай сараһы юҡ, дәүләт ҡарамағындағы банк башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән табыш ала һәм үҙ өлкәһендә уның менән ярышырҙай кредит учреждениелары бик һирәк. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән аҙнала Иркутск өлкәһендә булған саҡта “Һаҡлыҡ банкы”ның ҡазаға тарығандарға ярҙам итмәүе сәбәпле, ғәжәпләнеү белдергәйне. Президент Алыҫ Көнсығышта форумда ҡатнашып, Кремлгә ҡайтып өлгөрмәне, банктың президенты Герман Греф бәләгә ҡалғандар араһында булырға, тос ҡына ярҙам күрһәтергә, мәғлүмәт саралары аша үҙ файҙаһына кампания асып ебәрҙе. Үҙен аҡламай сараһы юҡ, дәүләт ҡарамағындағы банк башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән табыш ала һәм үҙ өлкәһендә уның менән ярышырҙай кредит учреждениелары бик һирәк.
Владимир Путин кисә банктың президенты Герман Грефты ҡабул итте һәм уның мәғлүмәттәрен тыңланы. Банк президентының ғорурланып һөйләрлек һандары етерлек. “Һаҡлыҡ банкы” быйыл дәүләт ҡаҙнаһына 502 млрд. һум һалым түләйәсәк, 800 млрд. һумдан ашыу саф табыш аласаҡ һәм акционерҙарға байтаҡ дивиденттар түләйәсәк.
“Һаҡлыҡ банкы” Иркутск өлкәһендә бәләгә тарыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә. 20 миллион һум аҡса күсергән, бәләгә тарығандарҙың кредиттарын ҡайтанан ҡараған, түләүҙәргә бер йыллыҡ мораторий индергән, мәрхүмдәрҙең бурыстарын ғәмәлдән сығарған.
Читайте нас в