+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 10:56

Ғаилә ныҡлығын уртаҡ бурыстар һынай. Росстат аптырата: рәсәйҙәр хәҙер һирәгерәк айырылыша.

Эйе, һандар шул хаҡта һөйләй. 2018 йылдың тәүге ярты йылында мең яңы ғаиләгә 705 айырылышыу тура килһә, быйыл ғинуар-июлдә яңы теркәлгән мең никахҡа – ун ике процентҡа кәмерәк, йәғни 621 ғаиләнең тарҡалыу осрағы иҫәпкә алынған.

Был нимә, осраҡлы хәлме, әллә ғаилә институтының тантанаһымы? Социологтар аңлатмаһын эҙләй һам таба. Дәүләт сәйәсәте – шул уҡ “Демография” милли проекты – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән. Беҙ хәҙер шуның емештәрен татыйбыҙ.
Рәсәйҙәге дөйөм иҡтисади хәлдәр, уртаҡ кредит һәм балалар, ипотекаға бергә алған фатир һәм башҡа сәбәптәр – йәш ғаиләләрҙе тарҡалыуҙан һаҡлаусы саралар иҫәбендә. Сөнки мөнәсәбәттәр нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, балаларҙы үҫтерергә, бурысты түләргә, торлаҡ өсөн ипотеканы ҡайтарырға кәрәк.
“Демография” милли проекты йәш ғаиләләрҙе тәүге көндәрҙән үк ҡурсалауҙы, түбән ставкалы ипотека ярҙамында торлаҡ алырға ярҙам итеүҙе, әгәр түлһеҙ булһалар, дәүләт иҫәбенә ЭКО процедураларын үткәреүҙе, балалар баҡсаларын күпләп төҙөүҙе үҙ эсенә ала.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#национальныепроекты.
Читайте нас: