-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 11:36

Бөйөк шағирыбыҙҙың йөҙ йыллығына арнала. Барлыҡ Рәсәй тантанаһына әүереләсәк.

Рәсәй киңлектәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең йөҙ йыллығына арналған тантаналар дауам итә. Әле яңы ғына “Рәсәй почтаһы”нда шағирҙың һүрәте төшөрөлгән конверттар тарала башланы. Күптән түгел әйләнешкә шағир йөҙө сүкелгән тәңкәләр сыҡты.

Кисә генә Түбәнге Новгород ҡалаһындағы суднолар төҙөү заводында “Мостай Кәрим” исемен йөрөтөүсе заманса круиз лайнеры һыуға төшөрөлдө. Лайнерҙы сафҡа индереү менән бәйле тантаналарҙа Башҡортостандың яңы һайланған Башлығы Радий Хәбиров, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашты.
Радий Хәбиров: “Бындай ҙур класлы сәйәхәттәр лайнеры Рәсәйҙә һуңғы алтмыш йылда беренсе тапҡыр төҙөлә. Ул “Мостай Кәрим” исемен йөрөтә. Беҙ бында Түбәнге Новгород төҙөүселәренә заманса карап төҙөгәндәре һәм беҙҙең Мостайға изге мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт әйтергә килдек”, – тине.
Читайте нас в