Хәтифә өләсәй Яуғастина Йәрмөхәмәт ауылының иң өлкән ағинәйҙәренең береһе, ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулды. Әбей кешегә тыуған көн нимәгә, иҫенә лә төшөргәне юҡ ине.
Бер көн өйөнә Ярат ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин менән Баймаҡ районының ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхтәмова килеп инде. Бүләк тотҡандар, кәйефтәре шәп. Кемуҙарҙан: “Хәтифә өләсәй, тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ!” – тиҙәр.
– Бына, өләсәй, Мәскәүҙән Путин һиңә ҡотлау ебәрҙе, – тине ветерандар советы рәйесе.
– Ҡуйсы, бушты, Путин минең тыуғанды ҡайҙан белһен, – тип тартынды өләсәй.
Хәтифә өләсәйҙең ҡулына Мәскәүҙән килгән конвертты тотторҙолар. Бәй, әллә, ысынлап та, Путин үҙе ебәргән инде? Әбейҙең күҙҙәре күрә, аҡылы теүәл, ике түрәнең дә шаяртмауына ышанды. Мәскәүҙән килгән хатты тотоп, миҙаллы кофтаһын кейеп, ихлас йылмайып, кәртешкәгә төштө.
Әбей моңһоуланып ултыра ине, китте кәйефтәр күтәрелеп, күҙҙәр асылып, йәшәгеләр килә башланы. Ҡарсыҡ ҡәнәғәт, пенсияһы килеп тора, балалар ярҙам итә, донъялар ғына тыныс булһын.