-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 08:05

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Өфө урамдары танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.

Автомобиль йөрөтөүселәр генә түгел, ҡала халҡы ла, ситтән килгәндәр ҙә баш ҡала урамдарының матурланыуына, заманса төҫ алыуына һоҡлана. Әгәр эштәр былай барһа, бер нисә йылдан емерек һәм ямаулы урамдар ҡалмаясаҡ.

Быға тиклем иң насарҙарҙан иҫәпләнгән Комсомол урамында күптән көтөлгән ремонт эштәре башланды. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, яҡындағы йылдарҙа Комсомол урамындағы 3,84 км. аралағы асфальт тулыһынса яңыртыласаҡ. Әле урамдың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге бульварҙан Бессонов урамына тиклемге өлөшөндә ҡыҙыу эштәр бара. Әйткәндәй, был юлда ремонт автомобиль йөрөтөүселәрҙең ҡала хакимиәтенә күп һанлы мөрәжәғәттәре нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Юлдарҙы яңыртыу Комсомол урамы менән генә сикләнмәй, әле Мостай Кәрим, 8 март, В. Лесунов урамдарында эштәр ҡыҙыу бара. Йыл аҙағына тиклем 28 урында дөйөм оҙонлоғо 47 км. тәшкил иткән 811 мең кв. метр асфальт яңыртыласаҡ.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#национальныепроекты.
Читайте нас: