-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 10:54

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Алда беҙҙе ҙур эштәр көтә.

Башҡортостандың яңы һайланған Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә 2024 йылға тиклем төбәк үҫешен билдәләгән программа документын әҙерләү хаҡында белдерҙе. Киләсәктә башҡарма власть ошо документҡа нигеҙләнеп эшләйәсәк. Ул үҙ эсенә бөтә күрһәткестәрҙе лә аласаҡ, Хөкүмәткә һәм ҡала-район хакимиәттәренә ҡулланма булып хеҙмәт итәсәк.

Документ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына һәм милли проекттарға нигеҙләнеп тормошҡа ашырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта был программа аныҡ йүнәлештәр менән нығытыласаҡ.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республиканың үҫеш программаһы 19 сентябрҙә иннаугарация ваҡытында тәҡдим ителәсәк.
Йыл аҙағына тиклем Хөкүмәт эргәһендә “Төбәк менән идара итеү үҙәге” ойоштороласаҡ.
Ошондай уҡ төбәк үҫеше үҙәге 2018 йылда Мәскәүҙә ҡабул ителгән һәм уңышлы эшләй. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, үҙәктең эш нигеҙе булып быға тиклем Башҡортостанда үҙен ыңғай яҡтан күрһәтеп өлгөргән “Инцидент” күҙәтеү программаһы буласаҡ.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#национальныепроекты.
Читайте нас в