-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 11:11

Төркиәлә Сүриә яҙмышы хәл ителә. Өс яҡлы саммит мөһим мәсьәләләрҙе ҡарай.

Яҡын арала Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала Рәсәй Президенты Владимир Путин, Төркиә башлығы Рәжәп Тайип Эрдоған һәм Иран президенты Хәсән Рухани өс яҡлы саммитта Сүриәгә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.

Рәсәй, Төркиә һәм Ирандың Сүриәләге хәҙерге хәлдәргә ҡарата мөнәсәбәте АҠШ-тыҡынан ныҡлы айырыла. Әлеге мәлдә Идлиб йүнәлешендә океан аръяғы хәрбиҙәре урындағы хәлдәрҙе тотороҡһоҙландырыуҙы дауам итә.
Рәсәй, Төркиә һәм Ирандың берләшеүе һәм ныҡышмалы эш итеүе һөҙөмтәһендә Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыуға ышаныс уянды.
Ошо төбәктә төрлө яҡлы хәрби конфликттарҙан йонсоған Израиль Хөкүмәте һәм уның премьер-министры Биньямин Нетаньяху ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм Сочиға Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуға килеп ҡайтты.
Артабанғы көндәрҙә ошо төбәктә тыныс тормоштоң яҙмышы хәл ителеүе бик ихтимал.
#ВладимирПутин
Читайте нас: