+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 11:15

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Ҙур эштәр, тимәк, ҙур яуаплылыҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу төбәк хакимиәттәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Сөнки 2024 йылға тиклем федераль ҡаҙнанан бүленгән 28 триллион һумлыҡ эштәр башҡарырға кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу төбәк хакимиәттәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Сөнки 2024 йылға тиклем федераль ҡаҙнанан бүленгән 28 триллион һумлыҡ эштәр башҡарырға кәрәк.
Рәсәй төбәктәренән быйыл билдәләнгән эштәрҙең тулыһынса үтәлмәү мөмкинлеге хаҡында хәбәрҙәр килә. Сөнки хәҙерге федераль закондар ҡуйған талаптарға ярашлы, һәр эш өсөн конкурстар үткәрергә, дәүләт контракттарына ҡул ҡуйырға һәм раҫларға кәрәк. Был эш һәр ерҙә шыма ғына бармай. Бер нисә өлкәлә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның чиновниктарға яҡын төҙөлөш ойошмаларына эләгеүе асыҡланған. Ә Смоленск өлкәһе губернаторы дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы ике урынбаҫарын, вазифаларын еренә еткереп башҡармаған өсөн, эштән ҡыуған.
Беҙҙең республикала әлегә проекттарҙы өҙөү, һуңлатыу осраҡтары теркәлмәгән, эштәр графикка ярашлы бара. БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә дауахана учреждениеларын медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү дауам итә, быйыл асырға планлаштырылған фельдшер-акушер пункттары яңы биналарҙа эшен башлаған.
Быйыл юл төҙөлөшөнә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли
проектын тормошҡа ашырыу өсөн 33 миллиард һум аҡса бүленгәйне. Эштәрҙең ҙур
ғына өлөшө башҡарылған, ләкин ямғырҙарҙың йыш яуыуы асфальт түшәүҙә тотҡарлыҡтар
барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Сөнки ямғыр ваҡытында асфальт түшәү юл төҙөлөшө
технологияһы талаптарына яуап бирмәй.
Читайте нас: