“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә “Ижад кешеләре” төбәк һәм федераль проекты ижади һәм идара итеүсе етәксе кадрҙарҙың белемдәрен камиллаштырыуға тәғәйенләнгән.
Милли проект сиктәрендә БР Хөкүмәте “Ижад кешеләре” төбәк проектының маҡсатарын һәм бурыстарын билдәләне. Уға ярашлы, һуңғы йылдарҙа 351 кеше өҫтәлмә белем аласаҡ.
Уҡытыусылар сифатында Бер туған Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы, Ваганова исемендәге Рус балет академияһы белгестәре сығыш яһаясаҡ.
Төҙөлгән килешеү нигеҙендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттары уҡытыусылары Өфөгә килеп курстарҙы асып ебәрҙе лә инде. Көҙ аҙағына тиклем тағы ла курстар асыласаҡ һәм эшләйәсәк.
Белем биреү Өфө менән генә сикләнмәй. Нуриев исемендәге Хореографик колледждың ете уҡытыусыһы Петербург ҡалаһына Ваганова исемендәге Рус балет академияһына уҡырға йүнәлде.
Мәскәү профессоры Владимир Тропп: “Рәсәй кимәлендә бындай уҡыуҙар беренсе тапҡыр ойошторола. Һәм, әйтергә кәрәк, уҡыу тулыһынса бушлай. Беҙ үҙебеҙ ҙә уҡырға теләүселәрҙең күп йыйылыуын күҙ алдына килтермәгәйнек. Беренсе тәжрибә үҙен аҡланы. Ошо форматта эште дауам итәсәкбеҙ”, – тине.