+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2019, 10:54

Владимир Путин Геннадий Зюганов менән осрашты. Рәсәй Президенты һайлау системаһын камиллаштырыу хаҡында фекер алышты.

Геннадий Зюганов фекеренсә, бөгөн Рәсәй һайлаусистемаһы “ремонтлау”ға мохтаж. “Бөгөн төрлө фирҡәләр лидерҙарын йыйып, һайлаузакондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында кәңәшләшеүгә ихтыяж бар. Һайлауреформаһы илде һәм сәйәси системаны нығытасаҡ”, – ти Рәсәй коммунистарыбашлығы.

Геннадий Зюганов фекеренсә, бөгөн Рәсәй һайлау системаһы “ремонтлау”ға мохтаж. “Бөгөн төрлө фирҡәләр лидерҙарын йыйып, һайлау закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында кәңәшләшеүгә ихтыяж бар. Һайлау реформаһы илде һәм сәйәси системаны нығытасаҡ”, – ти Рәсәй коммунистары башлығы.
Владимир Путин Геннадий Зюгановтың һайлау системаһын камиллаштырыу хаҡында тәҡдиме буйынса фекер алышыу менән ризалашты. Президент фекеренсә, илдең сәйәси системаһы “тере организм” булып тора һәм уны һөҙөмтәле итеү өсөн яңыртып торорға кәрәк.
Ошо йүнәлештә фирҡәләр менән берлектәге һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк.
#ВладимирПутин.
Читайте нас: