+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 10:55

АҠШ Яҡын Көнсығышта еңелеүен таныны. Рәсәй Сәғүд Ғәрәбстанына бөгөндән ярҙам итергә әҙер.

Яҡын Көнсығыштағы Йемен террористарының Сәғүд Ғәрәбстанында нефть эшкәртеү заводын пилотһыҙ осоу аппараттары менән юҡ итеүе АҠШ-та етештерелгән “Patriot” ракета-зенит комплекстарының көсһөҙлөгөн фаш итте. Америка быны үҙе таныны.

Рәсәй Хөкүмәте Сәғүд Ғәрәбстанының именлеген тәьмин итеү өсөн С-300 һәм С-400 ракета комплекстарын бөгөндән һатырға әҙер.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстанының оборона министры, вариҫлы принцы Мөхәммәт бен Сәлмән Аль-Сауд менән телефон аша һөйләште. Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына һөжүм айҡанлы, үҙенең борсолоуын белдерҙе. Ошо йүнәлештә ике яҡлы һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк.
Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Сәғүд Ғәрәбстаны донъяла иң күп ҡорал һатып алыусы илдәрҙең береһе. Улар быға тиклем тик АҠШ-тан ғына һатып ала ине. Һуңғы ваҡиғаларҙың донъяның иң бай илдәренең береһе булған Сәғүд Ғәрәбстанының ҡорал һатып алыуҙы төрләндереүгә килтереүе бик ихтимал.
#ВладимирПутин
Читайте нас: