-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2019, 06:00

Бындай бюрократия Хөкүмәт файҙаһына түгел. Путин әлегә шаяртып ҡына ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә Стратегик инициативалар агентлығының сираттағы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә бер бизнесмен Президенттың матбуғат сәркәтибе аша үҙенең проектын дәүләт башлығына тапшырырға маташҡан. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә Стратегик инициативалар агентлығының сираттағы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә бер бизнесмен Президенттың матбуғат сәркәтибе аша үҙенең проектын дәүләт башлығына тапшырырға маташҡан.
“Бында бирегеҙ, артыҡ бюрократия һәм кәрәкмәгән сылбыр нимәгә хәжәт?” – тип әйткән Владимир Путин. Шунан, шаяртып, матбуғат сәркәтибенә: “Дима, кире бир!” – тип өндәшкән һәм проектты өйрәнергә вәғәҙә иткән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин кәңәшмәлә технологик проекттар һәм компанияларҙың лидерҙары менән осрашты һәм уларҙың тәҡдимдәрен тыңланы. Проекттар араһында бик уңышлылары һәм өмөтлөләре бар, әгәр уларҙы тормошҡа ашырһаҡ, Рәсәй сәнәғәте һиҙелерлек алға атлаясаҡ.
Владимир Путин бизнесмендар менән аралашҡанда, Стратегик инициативалар агентлығы эргәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы яйға һалыу ваҡытында бик дөрөҫ аҙым булды, тип билдәләгән.
#ВладимирПутин
Читайте нас: