+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 10:43

Дмитрий Медведев: “Аҡса бар, тик саҡ ҡына көтөгөҙ”. Рәсәй Хөкүмәтендә киләһе өс йылға федераль бюджет ҡаралды.

Рәсәй Хөкүмәтенән күңелле хәбәрҙәр килә. Үткән аҙнала эш хаҡының минималь күләмен арттырыу һәм 12130 һумға еткереү хаҡында закон проекты хупланды һәм Дәүләт думаһына тәҡдим ителде. Яңы МРОТ буйынса эш хаҡы 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләнә башлаясаҡ.

Бынан тыш милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Хөкүмәт төбәктәрҙә эшләмәүсе пенсионерҙарға субсидиялар һәм социаль түләүҙәр хаҡында закон проектын хупланы.
Милли проекттарҙа ҡаралған тармаҡтарҙы үҫтереү өсөн алдағы өс йылда 7,5
триллион һум аҡса тотоноласаҡ. Рәсәй бюджеты киләһе йылдарҙа ла социаль
йүнәлештә буласаҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереү
өсөн байтаҡ аҡса бүленәсәк.
Читайте нас: