+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 11:03

Владимир Путин журналистар ҡорона ҡотлау ебәрҙе. Мәғлүмәт саралары кешеләр менән власты яҡынайта.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Барлыҡ Рәсәй – 2019” журналистар фестивалендә ҡатнашыусыларға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Барлыҡ Рәсәй – 2019” журналистар фестивалендә ҡатнашыусыларға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
Президент ҡотлауында: “Бөгөн мәғлүмәт саралары йәмәғәт контроленең һөҙөмтәле ҡоралы булып хеҙмәт итә. Кешеләр менән власть араһында туранан-тура һөйләшеүҙе әүҙемләштерә. Эшлекле тәнҡит менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, файҙалы башланғыстарҙың ойоштороусыһы ла булып тора” – тиелә.
Журналистарҙың “Барлыҡ Рәсәй – 2019” фестивале 21-27 сентябрҙә Сочи
ҡалаһында эшләйәсәк. Уның эшендә хәбәрселәр, күҙәтеүселәр, мөхәррирҙәр, мәғлүмәт
саралары етәкселәре бар. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан
делегацияһы – иң ҙурҙарҙың береһе.
Читайте нас: