+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 02:35

Рәсәй Президенты менән Хөкүмәт башлығы бюджетты ҡараны. Аҡса бар, тик ул халыҡҡа нисек барып етер?

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев 2020-2022 йылдарға бюджетты ҡараны. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев 2020-2022 йылдарға ҡаҙна бюджетты ҡараны.
Хөкүмәт башлығы белдереүенсә алдағы өс йылда ҡаҙнала аҡса артыҡ буласаҡ. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, халыҡ тормошон яҡшыртыуға 7 триллион һумдан артығыраҡ аҡса бүленәсәк. “Иң ҙур сығымдар социаль өлкәгә ҡаралған. Киләһе йылға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һаулыҡ һаҡлауға быйылғы 160 миллиард урынына киләһе йылға 320 миллиард һум бүленәсәк”, – тине Хөкүмәт рәйесе. Шул уҡ ваҡыта “Демография”, “Мәғариф” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға сығымдар 20 процентҡа артасаҡ. Шулай уҡ фән һәм экология проблемаларын хәл итеү өсөн ҡаҙна сығымдары 1,5 тапҡырға үҫәсәк.
Ҡаҙнала аҡса барлығын халыҡ та тоясаҡ. 1 октябрҙән ҡаҙнаға эшләүселәрҙең эш хаҡтары артасаҡ.
Владимир Путин милли проекттар өсөн бүленгән аҡсаның аҡрын үҙләштерелеүен, пландарҙың ҡағыҙға күмелеүен билдәләп үтте. Быйылға үҙләштерелмәгән аҡса киләһе йыл бюджетына күсереләсәк.
Читайте нас: