Был йүнәлештәр ҙур, ләкин үтәлерлек, тип билдәләй иҡтисадсылар. Мәҫәлән, указдың иң тәүге юлдарының береһендә БР Хөкүмәтенә яҡындағы биш йыл эсендә республика халҡын 4,1 миллионға еткереү бурысы ҡуйылған. Рәсәйҙә демографик көрсөк мәлендә бындай тәүәккәл маҡсаттар билдәләү һәм уларҙы үтәү еңелдән түгел. Тыуым кәмей, кешеләр эш һәм яҡшы йәшәү шарттары эҙләп күрше өлкәләргә күсенә. Шулай булғас, балалар һанын арттырыу өсөн күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтергә, инвестициялар йәлеп итергә, яңы эш урындары булдырырға кәрәк.
Инвестициялар күренә башланы, 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында, былтырғы менән сағыштырғанда, план 114 процентҡа үтәлгән. Ошо йүнәлештә эште дауам итергә, өр-яңы предприятиелар асыу талап ителә.