Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдәр башлыҡтарына Европала һәм башҡа илдәрҙә уртаса һәм яҡын араға осоусы ракеталар менән ҡоралланыуҙы туҡтатыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. НАТО-ға ҡараған илдәр етәкселәренән тыш Ҡытай, Евросоюзда тышҡы сәйәсәт өсөн яуап биреүсе Федерико Могерини, НАТО-ның генераль сәркәтибе Йенс Столтенберг хаттың йөкмәткеһе менән таныш.
Владимир Путин: “Рәсәй уртаса һәм бәләкәй алыҫлыҡҡа осоусы ракеталарҙы урынлаштырмау тураһындағы килешеүҙе теүәл үтәй, АҠШ яғы ҡоралланыуҙан баш тартһа, беҙ килешеүҙе атабан үтәргә әҙер”, – тип билдәләне. 2 августа АҠШ әлеге килешеүҙе үтәүҙән баш тартты һәм Рәсәйҙе ракеталарҙы урынлаштырыуҙа ғәйепләне.
Рәсәй бындай ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ, тип иҫәпләй.