+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 02:01

Хөкүмәт ултырышында халыҡтың килемен арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Рәсәй Президенты милли проекттарҙың үтәлеүен талап итә.

Ошо аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында иҡтисад үҫешен тиҙләтеү, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, тормошон яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта билдәләнеүенсә, милли проекттарҙы үтәү өсөн ҡаҙнала етерлек аҡса бүленгән, ләкин ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу ойоштороу эштәре арҡаһында тотҡарлана.

Ҡаҙнанан бүленгән 700 миллиард һум аҡсаны Үҙәк банк тарафынан әйләнештә тотоуы инфляцияның түбәнәйеүенә булышлыҡ иткән. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе билдәләп китте.
Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин иғлан итеүенсә инфляция 4 проценттан түбән буласаҡ, хатта 2020 йылдың башында 3 процентҡа тиклем кәмейәсәк. Шулай итеп, инфляция көтөлгәндән дә тиҙерәк кәмей.
Владимир Путин, инфляцияның кәмеүе аңлашыла, сөнки төбәктәр милли
проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса бүленгән аҡсаларҙы талап ителгән йылдамлыҡ
менән тотонмай, тип билдәләне. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, бюджетта
эшләүселәргә эш хаҡын, пенсионерҙарға түләүҙәрҙе арттырыу иҫәбенә ғәмәлгә
ашырыласаҡ.
Читайте нас: