+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 11:10

Рәсәй Президенты бөгөн Францияға юлланды. Бөгөн Парижда Францияның элекке президенты Жак Ширак менән бәхилләшәләр.

Быйыл июль айында Рәсәй Президенты Владимир Путин Францияға эш сәфәре алдынан урындаға мәғлүмәт сараларына интервью бирҙе һәм хәбәрселәрҙең: “Сәйәсәттә һеҙҙең кумирығыҙ бармы?” – тигән һорауына Жак Ширак тураһында бик йылы һүҙҙәр әйткәйне. Шуның өсөн Владимир Путиндың Жак Ширак менән бәхилләшергә барырға теләк белдереүе һис тә ғәжәп түгел.

Франция тарихында бик һирәк була торған хәл, дүшәмбе илдә матәм көнө булараҡ иғлан ителде.
Францияның элекке президенты Жак Ширак үткән йома ҡаты һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң 86-сы йәшендә вафат булды. Ул 1995 йылдан 2007 йылға тиклем Франция дәүләтенә етәкселек итте һәм илендә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә үҙе хаҡында йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бөгөн Парижға Жак Ширакты ерләү йолаларын үтәүгә 30-лап илдең етәксеһе килеүе көтөлә.
Читайте нас: