Һайлауҙан һуң Валентина Матвиенко Федерация Советы ағзаларына: “Бер тауыштан ышаныс белдереүегеҙ өсөн мин һеҙгә ысын күңелдән рәхәт әйтәм. Алда беҙҙе ҙур, яуаплы эштәр көтә. Федерация Советы ағзаларын төбәктәрҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорайым. Милли проекттарҙа ҡаралған объекттарҙы төҙөү иң беренсе сиратта ябай халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, уларҙың йәшәйешен күтәреү өсөн эшләнә. Федерация Советы был ифрат яуаплы эштән ситтә ҡала алмай”, – тип белдерҙе.