+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 11:04

Иң мөһиме – тормош сифаты яҡшырһын! Һаулыҡ һаҡлау системаһын етди үҙгәрештәр көтә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указы Рәсәйҙә ҡабул ителгән милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Күптән түгел Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша сәләмәтлек һаҡлауҙы етди үҙгәрештәр көтөүе хаҡында яҙғайны. Ошо үҙгәрештәр тормошҡа ашырылғанда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, кешеләрҙең йәшәү сифатын күпкә яҡшыртырға мөмкин буласаҡ.

Радий Хәбиров яҙыуынса, 2024 йыл аҙағына тиклем Республика Кардиология үҙәгенең заманса корпусы, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, Күп функциялы дауалау комплексы, Өфөлә һәм Ишембайҙа ике балалар тыуҙырыу йорто, республика ҡалаларында һәм райондарында 12 поликлиника, өс ауыл амбулаторияһы, 20 ФАП төҙөләсәк, 147 модулле ФАП алынасаҡ, улар республика ауылдарындағы авария хәлендәге 140 ауыл медпунктын алмаштырасаҡ.
Республика Башлығы балалар дауаханаларының йәмһеҙ казарма һымаҡ тышҡы күренештәренән баш тартырға, зауыҡ менән биҙәлергә һәм кешеләрҙе йәлеп итеп торорға тейеш, тип иҫәпләй.
Читайте нас: