-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 02:40

Мәғарифты хәстәрләү – киләсәкте ҡайғыртыу. Мәктәптәрҙең матди-техник базаһы яҡшырасаҡ.

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡындағы йылдарҙа 17,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, дөйөм, урта, профессионал, юғары белем биреүҙе артабан камиллаштырыу бурысы ҡуйылған. Указға ярашлы, төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге ғилми-мәғариф үҙәге төҙөү маҡсаты тормошҡа ашырыласаҡ.

Яҡын йылдарҙа 45 мең урынлыҡ 60 мәктәп һәм 13 мең урынлыҡ 50 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһын төҙөү һәм реконструкциялау бурысы тора. Барлыҡ мәктәптәр уңайлылыҡ йәһәтенән талап ителгән нормаларға, стандарттарға яуап бирәсәк, заманса һанлы уҡытыуға күсереләсәк, республикала 12 полилингваль мәктәп барлыҡҡа киләсәк.
Йыл һайын 150 ауыл уҡытыусыһына грандтар бүлеү мәғариф хеҙмәткәрҙәренә булған ҡытлыҡты бөтөрөргә тейеш. Бынан тыш ҡалаларҙа һәм райондарҙа балалар технопарктары, кванториум һәм IT-куб һымаҡ йыһазландырылған үҙәктәр уҡыусыларға үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Өфө ҡалаһында вуз-ара студенттар ҡаласығы (кампус) төҙөү юғары белем биреүҙе халыҡ-ара талаптарға яуап бирерлек кимәлдә ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: